2017 йылда Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы тарафынан ошо тарафҡа
ойошторолған ижади сәфәр ҙә әһәмиәтле һәм яуаплы булды. Беренсе курсты яңы тамамлаған
студенттар был экспедицияла ҡатнашты һәм ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыу кеүек
мәртәбәле эште үҙҙәре башҡарҙы. Филология фәндәре кандидаттары, БДУ-ның Бөрө
филиалы доценттары Артур Фәтҡуллин, Ғәлиә Ғәниева һәм ошо юлдарҙың авторы
етәкселегендәге экспедицияның әһәмиәте Рәсәй гуманитар фәнни фонды (РГФФ) тарафынан
танылды. Экспедиция һөҙөмтәләре буйынса Ҡыуандыҡ һәм Һарыҡташ райондарында
йыйылған ауыҙ-тел ижады өлгөләрен һәм Туҡ-Соран буйы башҡорттарының әкиәттәрен
туплаған йыйынтыҡ сығарылды һәм киң йәмәғәтселеккә тәҡдим ителде [Ҡасҡынова,
Ғәниева, Фәтҡуллин, 2018].
Туҡ-Соран буйы башҡорттарынан яҙып алынған әкиәттәр беҙҙең ҡулға көтөлмәгәндә
килеп эләкте. Әкиәттәрҙең төп нөсхәһен РФА ӨФТҮ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының
фольклор бүлегенә тапшырыу иң дөрөҫ юл булыуын хәбәр иткәндән һуң, уларҙы яҙып
алыусы Дилә Буранғоловаға әкиәттәрҙе үҙебеҙҙә сығасаҡ «Ырымбур башҡорттары
фольклоры» китабына индереп ебәрергә тәҡдим иттек.
Туҡ-Соран шағирәһе Дилә Дәүләткирәй ҡыҙына халыҡ әкиәттәрен йыйып туплау
идеяһын Лилиә Мусина тәҡдим иткән була. Һораша торғас, Дилә апай апалы-һеңлеле
Ҡарлуғас менән Зәримә Буранғоловаларҙы таба. Әкиәттәрҙе иҫкә төшөрөү бер йыл бара, ҡат-
ҡат яҙыла. Ҡағыҙға төшөрөү тамамланғас, иҫкә төшкәндәр өҫтәлә. Шул рәүешле апалы-
һеңлеле Ҡарлуғас һәм Зәримә апайҙарҙың ҡартаталары Мағаз Буранғоловтан ишеткән
әкиәттәр «Ырымбур башҡорттары фольклоры» йыйынтығында урын алды. Әлеге көндә Туҡ-
Соран башҡорттарының 10 әкиәте тергеҙелгән.
Буранғолова Ҡарлуғас Сәлмән ҡыҙы әкиәтсе Мағаз ҡартатаһы тураһында ошондай
мәғлүмәттәр бирә: «1941 йылғы һуғышта снайпер булып хеҙмәт иткән ҡартатайым.
Снайперҙарҙы нисәлер саҡрым һайын ҡалдырып киткәндәр, кәрәкле генә кешегә атырға.
Һалдаттарҙы алып китеп барған кәрәкле кешегә атһаң, һалдаттар ни эшләргә белмәй,
таралалар», – тип һөйләй ине ул.
Уларҙы
пленға алғандар, пленға 10 һалдат эләккән. Халыҡ күп булған, әсирҙәрҙе
эшелонға тейәп килтергәндәр. «Килтереп яптылар бер өйгә. Күмәк кеше, төрлө-төрлө
милләттән барҙар. Бер ергә лә, хатта эшкә лә сығарманылар, ни эшләргә лә белмәнек. Дин,
тормош тураһында һөйләштек. Шунан һуң кемдер: “Әйҙәгеҙ, әкиәт һөйләшәйек”,– тигән.
Шулайтып, әкиәт һөйләшкәндәр». Тимәк, Мағаз Буранғоловҡа был әкиәттәр тормоштоң
ауыр мәлдәрен еңеп сығырлыҡ көс биргәндәр, тигән һығымта яһарға ерлек тыуа.
Бала саҡтарында ҡартаталары килгән һайын "әкиәт һөйлә" тип һораусы Ҡарлуғас һәм
Зәримә апайҙар: «Нишләптер, өләсәйем уның әкиәт һөйләгәнен яратмай ине, тыя ине», – тип
тә хәтерләйҙәр.
«Аҡъял батыр» әкиәтенең 1920-1930 йылдарҙа яҙып алынған бер-нисә варианты
барлығы билдәле. Ҡарлуғас һәм Зәримә Буранғоловалар яҙҙырған
вариант асылда
башҡаларынан әллә ни айырылмай. Ташландыҡ сүлмәк "йоҡо сүлмәге", Күлуртлар батырҙың
исеме Уртлар, Уғатар батырҙыҡы Уҡ батыр, Ертыңлар батырҙыҡы иһә Тыңлар батыр
булараҡ тәҡдим ителә. «Аҡъял батыр»ҙың классик вариантынан һәм әҙме-күпме оҡшашлығы
булған «Буҙансы батыр» әкиәтенән айырмалы рәүештә Аҡъялды әсәһе яңғыҙ үҫтерә. Туҡ-
Соран башҡорттары әкиәтендә изгелек ҡылыу мотивы алғы планға сығыуы иғтибарҙы йәлеп
итә.
Хаҡһыҙ рәнйетелгән, үгәйһетелгәндәр тураһындағы төрки һәм көнсығыш славян
әкиәттәре мотивтарын хәтерләткән «Күк һыйыр», «Ҡуңыр һыйыр» кеүек әкиәттәребеҙ рәтенә
«Ҡара һыйыр» әкиәтен өҫтәй Мағаз Буранғоловтың зирәк зиһенле, теремек хәтерле
ейәнсәрҙәре. «Башҡорт халыҡ ижады. Хрестоматия» [Хөсәйенова, 2005] уҡыу
57
ҡулланмаһында баҫылған «Ҡуңыр һыйыр» әкиәтенә ҡарағанда «Ҡара һыйыр»ҙың
йөкмәткеһе байыраҡ, күләм йәһәтенән дә ҙурыраҡ. Ҡара һыйыр алтын урманының хужаһы
булған ҡара үгеҙҙән һөҙөлөп үлемгә дусар ителгәс, ике бөйөрөнән сыҡҡан
ике көсөктөң
Ғәлиҙең юлдаштары булып ҡалыуы мотивы йорт малының хужаһына тоғролоғо тураһында
һөйләһә, баҡыр һәм көмөш урмандары үгеҙҙәрен ҡара һыйырҙың еңеүе изгелектең
яуызлыҡты еңерен хәбәр итә. Икенсе яҡтан Ғәлиҙең апаһы Хәҙисәнән еңелеренә ишара кеүек
тә ҡабул итергә була.
Әкиәттә өслөк принцибы һаҡлана: ҡара һыйыр үгеҙҙәр менән өс тапҡыр алышҡа инә,
Ғәли торна өс тапҡыр торҡолдап үткәнсе мунса яғып, йыуынып өлгөрөргә тейеш була.
Ун ике һанының да хәл иткес, абруйлы һан булыуы күҙгә ташлана ошо уҡ әкиәттә:
«
Достарыңызбен бөлісу: