РәСӘй халыҡтары телдәре диалектологияһының КӨНҮҘӘк мәСЬӘЛӘЛӘре XVIII бөтә Рәсәй фәнни конференция материалдары



Pdf көрінісі
бет39/200
Дата18.04.2023
өлшемі2,67 Mb.
#174842
1   ...   35   36   37   38   39   40   41   42   ...   200
Байланысты:
Dialectology-2018

Морфологик үҙенсәлектәре
Көньяҡ диалекттың сиген билдәләгән төп үҙенсәлек – күплек ялғауының һәр осраҡта 

менән башланыуы. Был морфологик үҙенсәлек Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы
башҡорттары өсөн дә хас:
башҡортлар (башҡорттар),
баллар (балалар), туғанлар
(туғандар), егетләр (егеттәр), маллар (малдар), сыйырлар (һыйырҙар), ерләр (ерҙәр),
һуғанлар (һуғандар). 
-лар/-ләр
ялғауы ҡылым һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәрҙә лә ҡулланыла:
йөрөйләр
(йөрөйҙәр), эшләйләр (эшләйҙәр).
Ҡылымдың билдәһеҙ үткән заман формаһынан һуң
-нар
/
-
нәр/
ҡулланыла:
 йөргәннәр (йөрөгәндәр), кигәннәр (килгәндәр), ҡушҡаннар (ҡушҡандар). Был,
шул, ул
алмаштары сығанаҡ килеш ялғауын ҡабул иткәндә

өнө икеләтә ҡулланыла:
шуннан (шунан), уннан (унан), быннан (бынан), уннап (унлап).
Урын-ваҡыт килеш мәғәнәһендә
-ны/-не
ялғаулы төшөм килеш килә:
43-сө йылны
атайым һуғышҡа китә (43-сө йылда атайым һуғышҡа китә).
-лыҡ/-лек, -лы/-ле, -лау/-ләү
һүҙ яһаусы ялғауҙары исем, сифат, ҡылым яһай: 
урманлыҡ
,
ағаслыҡ, һыулы, эшлекле, бәпесләү.
Теләк һөйкәлешенең
-айым/-әйем, -айыҡ/-әйек
ялғаулы синтетик формаһы теләкте,
берәй эш-хәрәкәтте башҡарырға икенсе берәүҙе лә саҡырыуҙы, өндәүҙе белдерә. Мәҫәлән:
Һыу буйына төшкән инем, / Йәшәргән һыуғанларым. // Йәшәргән һыуғанлар кеүек / Йәшәйек,
тыуғанларым.
(
Информант Флүрә Иҙиәтуллина – Хоҙайғолова).
Ҡылымдың 
-сын/-сен
(
-һын/-һен)
бойороҡ һөйкәлеше ялғауы изге һәм ҡарғышлы теләк
мәғәнәһендә ҡулланыла:
Уҡы, бала, уҡы син, / Уҡысаң, син, табарсың, / Ташҡа ҡаҙаҡ
ҡағарсың. // Тырыш, балам, уҡырға. / Ҡара күңелең ағарсын
(
Информант – Фирҙәүес
Ишмырҙа ҡыҙы Ишҡыуатова (Ҡотлоғәлләмова). 
Яҡын кешеңде һөйләгәндә йәки уға өндәшкәндә эйәлектең
-ым/-ем
1-се зат ялғауын
ҡулланып һөйләү киң таралған. Мәҫәлән: 
ҡыҙым, улым, әсәйем, әнейем.
Һөйләү телмәрендә билдәһеҙлекте белдереүсе
ней
киҫәксәһен ҡушыу бар:
теге ней,
теге ней тураһында...
Ҡәҙәр, сеп-сей, зерә
киҫәксәләре артыҡлыҡ дәрәжәһен белдереүҙә ҡулланыла: 
шул ҡәҙәр
матур, шул ҡәҙәр оҫта, зерә һәйбәт, сеп-сей башҡырт.
Сифаттың артыҡлыҡ дәрәжәһен
көсәйтеү өсөн ҡайһы бер сифаттарҙың һуңғы ижеге һуҙылып әйтелә: 
Шул ҡәҙәрем матууур,
бик ҙууур, бик яҡшыыы.
Ғөмүмән, Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы башҡорттары бөгөн рус, татар, ҡаҙаҡ
халыҡтары менән тығыҙ мөнәсәбәттә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙ телдәрен һаҡлап ҡала
алғандар. Халыҡтың үҙҙәре әйтеүенсә, был телдәр бер-береһен тулыландырып ҡына тора.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   35   36   37   38   39   40   41   42   ...   200




©engime.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет