РәСӘй халыҡтары телдәре диалектологияһының КӨНҮҘӘк мәСЬӘЛӘЛӘре XVIII бөтә Рәсәй фәнни конференция материалдары



Pdf көрінісі
бет41/200
Дата18.04.2023
өлшемі2,67 Mb.
#174842
1   ...   37   38   39   40   41   42   43   44   ...   200
Байланысты:
Dialectology-2018

эҙәргеләнде
 кантон начальнигы
[Ильясов, 2012, 75].
Көнсығыш диалекттың мейәс һәм ҡыҙыл һөйләшенә ҡараған
бикәр
'бөтөнләй',
болашмаҡ
'шаярыу',
биҙа
'бик',
һылтыҡлау
'аҡһаҡлау',
баҙрау
'баҙлау',
түпрә
'сүпрә',
дәхел
'ҡатнашлыҡ' һүҙҙәре лә яҙыусы ижадында урынлы ҡулланыла. Миҫал:
Юғиһә, ул аҡсаны
кантонлыҡ халҡының хеҙмәтенә бер
дәхеле
лә булмаған кеше йотоп торасаҡ
[Ватандаш,
2012, 90].
Мүлдергә
(мейәс, салйоғот) 'бөлдөргә',
балдар
'балалар',
бороҡ
(мейәс, ғәйнә, әй) 'һис
бер',
дүңгәк
(дим, ҡыҙыл, мейәс, төнъяҡ-көнбайыш, урта, эйек-һаҡмар) 'түңгәк',
ҡартатай
(дим, ғәйнә, ҡыҙыл, мейәс, нөгөш, туҡ-соран, урта, урта-урал, һаҡмар, төнъяҡ-көнбайыш
диалекты) 'олатай',
үңер
( мейәс, ғәйнә, ҡыҙыл, урта) 'түбә',
тупыс
(мейәс, ҡыҙыл, эйек-
һаҡмар) 'бармаҡһыҙ кеше', 
ҡарыу
(дим, урта, һаҡмар) 'яуап',
тәгәс
(арғаяш, мейәс) 'туҫтаҡ',
текмә
(мейәс, ҡыҙыл,төнъяҡ-көнбайыш диалекты) 'ҡойма',
сауыл
(мейәс, ҡыҙыл, ҡар,
салйоғот, әй, эйек) 'ауыл',
ҡуһай
(арғаяш, мейәс салйоғот, ырғыҙ) 'ер үлсәй торған сажин
оҙонлоғондағы таяҡ', 
шый
(арғаяш, мейәс, урта, ҡыҙыл, һаҡмар) 'ботаҡһыҙ оҙон ағас' тигәнде
аңлата. Был һүҙҙәр автор ижадында ҡулланылыш табып, әҫәрҙәрен үҙенсәлекле балҡытып
ебәр ә. Миҫалдар: 
Һыйырҙы, Еңмеште, Тарасты ҡарап тороғоҙ 
бороҡ
, - тип әллә ҡушты,
49


әллә һораны
[Ильясов, 2016, 207].
Ҡапҡанға эләгеп, алғы һул аяғының урта бармағын
өҙҙөрөп, инде төҙәлһә лә, аҡһап ҡалған ҙур, оҙон инә бүре тау
үңеренә
өйөлгән ҡар
һырынтыһының өҫтөндә ултыра ине
[Ильясов, 2016, 247]. 
Был һарай бынан 10-12 йыл элек,
бөтә башҡортҡа казаклыҡ, ғәскәрилек иғлан ителгәс үк, бағаналары йыуан ҡарағастан
ултыртылып, арҡылы кәртәләре оҙон 
шыйҙан
, йә ҡарағай, йә әрселгән ҡайындан һалынған
ине
[Ильясов, 2012, 77].
Диалектизмдар телебеҙҙе әленән-әле яңы һүҙҙәр менән байытып, тулыландыра бара.
Спартак Ильясовтың әҫәрҙәрендәге диалект һүҙҙәр яҙыусы әҫәрҙәрен һутлы һәм уҡымлы итә.
Әҫәрҙәрендә быға тиклем әҙәби телдә күренмәгән һүҙҙәр ҙә байтаҡ. Әҙип башҡорт теленең
көнсығыш диалектының үҙенә генә хас һыҙаттарын, ҡабатланмаҫ булыуын үҙ ижады
миҫалында асып һала.
Ғалимдар иҫбатлауынса, бала ҡарында саҡта уҡ әсә кешенең һөйләшеүе аша үҙ телен,
һөйләш үҙенсәлектәрен, йәғни диалектын да аңына һеңдерә бара икән. Шуға күрә лә
телебеҙҙҙең һәр диалектын һәм уның һөйләштәрен һаҡлап ҡалыу, әҙәби телде
диалекттарыбыҙҙың аҫыл һүҙҙәре менән байытып тороу – беҙҙең бурысыбыҙ.
Әҙәбиәт
Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге. Өфө: Китап, 2002. 432 бит. {The dialectological
dictionary of the Bashkir language. Ufa: Kitap, 2016. 460 p.}
Ильясов С. М. Биғылый: роман, повестар, хикәйәләр. Өфө: Китап, 2016. 460 бит. {S.
Ilyasov.
Bigylyj
(novel, long stories, stories). Ufa: Kitap, 2016. 460 p.}
Ильясов С.М. Ҡолой кантон. Тарихи-документаль повесть // Ватандаш. 2012. №4. 30-84-
се биттәр. {S. Ilyasov. Kului Canton. Historical and documentary story. The Vatandash. 2012. No.
4. P. 30-84.}
Ильясов С.М. Ҡолой кантон. Тарихи-документаль повесть // Ватандаш. 2012. №4. 72-
108-се биттәр. {S. Ilyasov. Kului Canton. Historical and documentary story. The Vatandash. 2012.
No. 4. 
P. 
72-108.}
Максютова Н.Х. Восточный диалект башкирского языка. Москва: Наука, 1976. 291 с.
{Maksutova N.Kh. Eastern dialect of the Bashkir language. Moscow: Nauka, 1976. 291 p.}
УДК
80:821.512.141’28 
Г. И. Иждәүләтова, Стәрлетама
ҡ
.
ҡ
(ғилми етәксеһе – ф.ф.к., доцент М. С. Ары ланова
ҫ
)


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   37   38   39   40   41   42   43   44   ...   200




©engime.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет