Keywords:
Turkic language of Ural-Volga region, Bashkir language, history of language, dialectology,
Arabographic texts, periodical press, archaeography.
ХХ быуаттың егерменсе йылдарына тиклем башҡорттар ғәрәп графикаһына
нигеҙләнгән Урал-Волга буйы яҙма төрки телен ҡуллана. Был тел төрки телдәренең тағы ла
боронғораҡ яҙма төрҙәренә барып тоташа. Шул уҡ ваҡытта Көньяҡ Урал территорияһында
Урал-Волга буйы яҙма төрки теле менән йәнәшә ХХ быуат урталарына тиклем билдәле
дәрәжәлә сағатай һәм ғосманлы яҙма төрки телдәре лә ҡулланыла. Был мосолман
мәғарифының үҙенсәлектәренә бәйле. Сағатай телен белеүсе мөдәристәр уҡыусыларын шул
телдә уҡыта. Ғосманлы теле белгестәре иһә – ғосманлыса. Бынан тыш, быға уҡыу
әсбаптарының теле лә йоғонто яһай. ХIХ быуат аҙағы – ХХ быуат башында Урал–Волга
буйы төрки теле урындағы халыҡ теленә тағы ла нығыраҡ яҡынлашыуын дауам итә [Inan,
1991; Әхмәров, 2012; Ишбердин һ.б., 1993].
ХХ быуат башында яҙма тел һәм грамматика мәсьәләләре күп тапҡыр төрки
халыҡтарының ваҡытлы матбуғат биттәрендә күтәрелә. Бигерәк тә 1909 йылда «Шура»
журналында мөхәррире Ризаитдином Фәхретдинов тарафынан ойошторолған «Тел ярышы»
әһәмиәтле. Рәсәйҙең төрлө төбәктәре уҡымышлылары менән бергә башҡорт интеллигенция
вәкилдәре лә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, танылған башҡорт мәғрифәтсе-шағир Ғәли
Соҡоройҙоң улы, төньяҡ-көнбайыш башҡорт диалектында һөйләшеүсе мәғрифәтсе
Ғарифулла «Тел чабыштыру» («Тел сабыштырыу») исемле мәҡәлә менән сығыш яһай. Унда
ул: «Шура» сабағының 13-нче кисәгенең 402-нче битендән башлап Яғҡуб Хәлими ҡул
ҡуйған дүрт бүлмәләрдәге сүзләр белән, 15-нче кисәгенең 467 битендәге «Ҡәләм
чабыштыру» дигән сүзенә ҡаршу мин дә ҡыймылдамаҡчы булам. Аяғым ҡысҡа булса да,
таяғым озон тегеләй! Безнең башҡорд тоҡомы – тоҡон ғына халыҡ. Шулай булсалар да,
уҡыуға бик чәркәмләр, боронғы бабайларымыз көрәшергә, ат чабышдырырға, мәрәйгә атуб
90
тидерергә бик мәргәнләр икән, аларның уҡ сала торған садаҡларыны, жәйәләрене әле дә
булса саҡлаған бабайларымыз бар. Мин дә аларның бер аз тарихларыны шагерд чағымда уҡ
яза башлаған идем. Мәгәр күбрәк «имеш, маниш»дан иде. Бу заманда русчадан бер аз
күчергәләй торғач байтаҡ төпләргә әүерелде дә, тач башҡортча ғына булғанға, ҡазанлар
мысҡыл итәрләр диб басдырырға күрсәтә алмаған идем…
Мына рәхмәт! Тәңре ярлыҡасун «Шура» эйәсене! «Шура»ның шушы лисанларында
асыл телемезне онотдырмасҡа, һәр түбәгә бер-ике адәм асыл телне гел шул тел белән генә
сүләшүргә дә, язарға да димләүенә.
Ходай Тәғәлә һәр илгә бер тел биргән. Безгә бүтән тел белән остаруб сүләшергә ник
көчәнергә? Чибәр сөйләшәм, тиб берәүләр үзенең яҡыны аңламаған телләр белән маташса,
йыуачаға әрем ҡысылған кебек була ич. Гәжитләр, журналлар, урамда да, яланда да, аҡланда
да, әрәмә ардларында, ҡыуаҡлыҡда, чауыллыҡда, булсун һәр урында уҡурға ярый торған бер
сабаҡлардыр. Әнә шулай булғач, шундағы халыҡларға шунлар төсле тел белән уҡуб
биргәндә, йәғни, йәғни диб ҡат ҡат ҡатнамайынча уҡуб алуб китәрлек булсун, дыңлап
торған: “Әү? Әү?”, тиб ҡайтаруб сорамайынчуҡ аңлаб шаҡ ҡатарлыҡ булсун иде. Мона ағай!
Бу чаҡда йәшләр бәләкәй генә ҡәләм тота башлағач да “китаб чығарам”, “шиғыр әйтәм”,
“әкиәт әйтәм”, “жырлар жазам” ди торғач, әллә ниндәй телләр тығуб халыҡны уғата
мингерәүләндерделәр… Бер-берең белән ачылышлы итәрлек сүзләр кәрәкмәс, милләткә
хедмәтең зәхмәткә әүерүлмәсен дисәң, татыулыҡ кәрәк. Мал ичүн жан ҡыйарға тағын бер дә
ярамаған эш, вәғдәң вә уны ҡырмаң, ишекдән кереб төнлөкдән чыҡмаң, ҡолаҡчун белән
ҡынжырағыңны кей дә муйыныңны ҡоллаҡҡа эй. Эйүлгән муйынны ҡылыч чабмас,
дигәнләр. Ибсез кеше үзенә тиң бер дә ибтәш табалмас, астыртун юҡны уйлап ҡартая, ялған
сүз әмәлче була да йөрәкне ҡымыржыта, таныҡсыз сүз – ярлыҡсыз ат кебек. Шелтәү ҡая
барса да бары бер шелтәү булыр, дигәнләр. Яматай ялчылар кебек хужаға кергәндә инәлүб
керүб, чаҡ ҡына ҡорсағың туйғач да “Сезгә ялынуб торор диб беләсез буғай”, – диб чүт
бирмә чык дә кит, имеш. Мона! Әйбәт кеше!!” – диб яҙа [ШТЯ, 49 б].
Автор үҙ яҙмаһы аҫтына: “Ғарифулла Кейеков, Бөре өйәзе ирәкте башҡортларындан
медитсински фелдшер”, – тип ҡул тамға ҡуя.
1910 йылда «Тел ярышы» материалдары айырым йыйынтыҡ рәүешендә донъя күрә. Был
китапта башҡорттарға ҡағылған башҡа материалдар ҙә нәшер ителә. Шул иҫәптән
Верхнеуральск өйәҙе Ахун ауылынан М. Әл–Ғосмани исемле имам ебәргән «Башҡорд
шиүәсендә әкиәт» тә донъя күрә. Унан бер өҙөк килтерәбеҙ: “Борон бер ҡарт бар ийе, ди.
Аның өс улы бар ийе ди. Кескәйе таз ийе, ди. Ҡарт балаларына: “Йәйә, уҡ ясаңыз да атуңыз!
Уғыңыз ҡайда төшсә, шунан ҡыз алуб бирермен”, – диб әйтде, ди…” [ШТЯ, 53 б.].
«Шура» журналының «Тел ярышы» тигән йыйынтыҡта баҫылған мәҡәләләрҙең теле
урындағы халыҡтың һәм яҙма традициялар синтезы нигеҙендә барлыҡҡа килгән сыбар төрки
телендә яҙылған.
1917 йылға ҡәҙәр башҡорттар ғөмүмән Урал–Волга төрки телен, ҡайһы берҙәре сағатай
һәм ғосманлы яҙма телдәрен ҡуллана. Шул йылдың май айында үткәрелгән Беренсе Бөтә
Рәсәй мосолмандар съезында башҡорт делегаттары үҙ талаптарын, шәл иҫәптән телгә
ҡағылышлыларын да телгә килтерә. Мәҫәлән, Икенсе Бөрйән, Өсөнсө Бөрйән, Тамъян,
Ҡыпсаҡ волостары вәкилдәре мөрәжәғәтендә мосолмандар өсөн үҙ телен һәм ғәрәп
графикаһы нигеҙендәге үҙ яҙыуын ҡулланыу ихтыяжы булыуы әйтелә: “Мосолманлара үз
лисанымыз вә үз язуымыз ғәрәби хөрүфәтендә язылуы берлә ҡабул иделүб мәхкәмәләрдә
мосолманлардан хәжәт ҡәдәре ғәдәд нөфүз иғтибары берлән ағзаларымыз булсун”
(“Мосолмандарға үҙ телебеҙ һәм үҙ яҙыуыбыҙ ғәрәп хәрефтәрендә яҙылыуы менән бергә
ҡабул ителеп, судтарҙа мосолмандарҙан кәрәкле тиклем, халыҡ иҫәбен иғтибарға алып,
ағзаларыбыҙ булһын”) [НАРБ].
91
Бишенсе маддәһендә: “Уҡу вә язу эшләремез, дини вә мәғариф жәһәтенчә һәммәсе ана
телемездә булуб ниндәйен фән булса да уҡурға кирәк булса, хатта чит мәмләкәтләрдән
мөғәллимләр алурға ихтиярымыз булсун” (“Уҡыу һәм яҙыу эштәребеҙ, дин вә мәғариф
буйынса һәммәһе әсә телебеҙҙә булып, ниндәй генә фән булһа ла, уҡырға кәрәк булһа, хатта
сит илдәрҙән мөғәллимдәр алырға рөхсәт ителһен”) [НАРБ].
1917 йылдан башлап Ырымбур, Силәбе, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында башта
Башҡорт мәркәз шураһының, һуңынан Башҡортостан хөкүмәтенең ваҡытлы баҫмалары
нәшер ителә башлай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙа төрлө башҡорт диалекттарындағы
материалдар ҙа баҫыла. Мәҫәлән, 1918 йылдың 27 июлендә «Башҡорт» гәзитендә Башҡорт
йәштәренең «Тулҡын» ойошмаһы исеменән
байрам ҡотлауы сыға:
“Байрамҡайың, башҡорт, ҡотты булһун,
Шаттыҡ менән тулһун йөрәгең,
Бер Алладан һора изгу көндә
Ҡабул ҡыл, тиб, башҡорт теләген.
Теләй күрең, асыҡ ҡустыларым,
Башҡорт халҡы бәйдән сыҡһун тиб;
Ирек алған иркен далаһында
Ҡыуанысмән байрам итһун тиб” [Байрамҡайың...].
Был әҫәр яҙма төрки теле традицияларын асыҡ һаҡлаған башҡорт теленең көнсығыш
диалектында яҙылған. Ул дәүерҙә «Башкорт» гәзите Силәбе ҡалаһында баҫыла. Был регионда
көнсығыш диалектында һөйләшеүселәр йәшәй, гәзиттең редакцияһында ла был диалекттың
вәкилдәре эшләй. Баҫманың баш мөхәррире – ҡатай ырыуынан Фәтхелҡадир Сөләймәнов, ул
һуңынан Төркиәлә этнограф-ғалим Әбделҡадир Инан булараҡ танылыу таба.
1919–1920 йылдарҙа сыҡҡан башҡорт гәзиттәренең теле башҡорттарҙың көньяҡ
(юрматы) һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттарына яҡын. Ҡайһы берҙә уларҙа көнсығыш
диалектында ла материалдар күренә. 1923 йылдан һуң, ул замандың телселәре әйтеүенсә,
башҡорт әҙәби теле көнсығыш (ҡыуаҡан) диалекты йоғонтоһонда яһала. Сөнки ошо
диалектта һөйләшкән ул ваҡыттағы телселәрҙең күбеһенең фекеренсә, был диалект саф
башҡортса (русса – “глубоко башкирский”) була. Һуңынан иһә әҙәби тел көньяҡ һәм
көнсығыш диалекттар нигеҙендә эшләнә [Билялов, Москалев, 1930, с. 376–377].
1920 йылдарҙа сыҡҡан «Башҡортостан хәбәрҙәре» гәзитендә ғәҙәттә яҙма төрки телендә
“бу” һүҙе урынына “бул” тип яҙыу осрай. Хәҙерге әҙәби телдә иһә “был” тип ҡулланыла.
Мәҫәлән, күрһәтелгән йылдың 8 апрелендә ҡайһы бер лозунгылар менән Фәтхелҡадир
Сөләймәновтың «Башҡорт халҡының бул көнге бурысы» тигән мәҡәләһе башҡортса, атап
әйткәндә, көнсығыш диалектта донъя күрә. Бындай күренеш унан бер нисә йыл алдараҡ
нәшер ителгән «Башҡорт» гәзитендә лә осрай [Фәтхелҡадир Cөләймәнов, 1920].
1921 йылдың 26 майында «Башҡортостан хәбәрҙәре»ндә «Башҡорт шиүәләре хаҡында»
исемле мәҡәлә баҫыла. Уның авторы Мөхәмәтдин Бәхтийәров шул йылдың 9 апрелендә
Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссарлығы янындағы халыҡ ижадын йыйыу бүлексәһе
тарафынан ойошторолған башҡорт зыялылары ултырышы тураһында хәбәр итә. Йыйылышта
ҡатнашыусылар башҡорт телен өс диалект тәшкил итеүе хаҡында әйтеп, уларҙы түбәндәге
төркөмдәргә бүлә: 1) тамъян, ҡатай, бөрйән; 2) үҫәргән, ҡыпсаҡ, түңгәүер, ете ырыу һәм
юрматы; 3) Дим, Тук-Соран. Дөйөм башҡорт әҙәби телен барлыҡҡа килтереү маҡсаты менән
улар нигеҙ итеп, уларҙың уйынса, таҙа булып һаҡланған Тамъян-Ҡатай башҡорттары телен
алырға ҡарар итә: “Моның һуңында лөзүми рәүештә бүлексәлә Тамъян-Ҡатайса яҙарға,
урындағы әдәбиәт йыйыусыларға мөмкин ҡәҙәр Тамъян-Ҡатайса, мөмкин булмағанда шул
урындың үҙ шиүәһе менән яҙарға ихтияр ҡалдырыла” [Бәхтиәров, 1921].
92
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының тәүге ваҡытлы баҫмаһы булып «Азат ҡатын» гәзите
иҫәпләнә. Уның тәүге һаны 1921 йылдың 7 ноябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында сыға.
Редакцияның адресы: Карл Маркс урамы, 69, Хеҙмәт һарайы, № 6. Ул Партияның Өлкә
Комитеты эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар бүлегенең нәшере була. Бәләкәй форматта ҡағыҙҙың
бер яғында баҫыла. Ауыр осорҙа гәзиттең сығыуы туҡталып ҡала. «Азат ҡатын» гәзитен
сығарыуҙы билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рабиға Ҡушаева башлата. Ул бындай баҫманы
булдырыу кәрәклеге хаҡында Партияның Башҡортостан Өлкә Комитеты секретары Шаһит
Хоҙайбирҙингә мөрәжәғәт итә. Башҡа йәмғиәт эшмәкәрҙәре лә уның фекерен хуплай. Шулай
итеп, тәүге ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы нәшер ителә башлай [Сулейманова, 2010, с. 53]. Дәүләт
нәшриәтендә баҫыла. Тиражы – 1500 дана.
Беренсе һанда Рәхмәтуллина Рабиғаның «Дүрт йыллыҡ революцияла», Таңһылыуҙың
«Ас балалар һәм эшсән ҡатындар», «Дүрт йыллыҡ Октябрь көнө һәм аслыҡ белән көрәшеү»,
Һөйөндөктөң «Ас булғастын, меҫкен нишләһен!?», «Оҙатылысаҡ балаларға кейем хәҙерләү»
исемле мәҡәләләр донъя күргән.
«Ас балалар һәм эшсән ҡатындар» “Тан–һылыу” (хәҙерге әҙәби телдә – Таңһылыу)
псевдонимы аҫтында нәшер ителә. Был мәҡәләнең теле хәҙерге әҙәби телгә яҡынлығы менән
айырылып тора. Унда көнъяҡ диалекты элементтары ла бар:
“Эшсе һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, асларға нисек ярҙам итәргә тейешле?
Эшсе ҡатын-ҡыҙҙар ярҙамы, эшселәр белән бергә сәнәғәтте эш белән күтәреү, тавар
алмашыу фонды арттырыу, сәғәттән тыш өсөн, айырым вазифалар булһа ул да ҡатын-инә, өй
хужаһы булыулары белән алар, иң башта ас балаларға ярҙам сараларын күрүргә тейешләр.
Хәҙерге ҡурҡыныслы аслыҡта бигрәген балалар ауырлыҡ күрә. Аслыҡтың осло
тырнаҡлары аларҙың мәғсүм йөрәкләренә ҡаҙала, аларҙын нескә арганизмларын ҡаҡшата,
менә ул ҡурҡыныслы балаларымыҙҙы һәләкәт соҡорона ташланы.
Әлбәттә, балаларға ярҙам итеү аларҙын күҙ йәшләрен һөртөү, һыныҡ күңелләрен
йыуатыу эшен ялғыҙ инәләр генә яхшы белә алалар.
Шул сәбәптән ас балаларға ярҙам итеү эшләре һәр ҡайыһы бигрәген эшсе ҡатын-
ҡыҙҙарына, йәғни инәләренә табшырылыб, аларға үҙ өҫтләренә төшкән ваҙифаларын
тейешенсә эштәргә тейүшлеләр. Ярҙамдын бер минут кисектерелеүе унарса, йөҙләрсә йәш
мәғсүм балаларҙын әжәлләрен китерәләр.
Аслыҡ форсат көтмәй, һаман да үҙ вәхшәтен эшләй.
Шундай аслыҡ, аһ-зарлар белән бөтөн Идел-Урал буйлары яңраған ваҡытта беҙ
фәлсәфәләр һатып, юҡ-барҙы тикшерүб торорға тейеш түгелбеҙ.
Барлығыбыҙ ҙа ҡулыбыҙҙан килгән ярҙам белән йәш инҡилаб балалларын аслыҡтан
ҡотҡырыу өсөн ымтолорға тейешбеҙ. Был беҙҙен кисектермәй торған вазифаларыбыҙ”
[Таңһылыу, 1921].
Гәзиттең икенсе һаны “Башҡортостан хәбәрҙәре” исемле республика гәзитенең 46
номерына ҡушымта рәүешендә сығарыла. Ҡулыбыҙға эләккән нөсхә ике биттән тора. Унда
“Теләйбеҙ”, “Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ваҡ һөнәрселек”, Беренсе май – эш көнө”, “ Беренсе Май
байрамы һәм ҡатын-ҡыҙҙар”, “Аслыҡ ҡорбаны”, “Беренсе Майҙың тарихы”, “Кантком (РКП
(б)) янындағы ҡатын-ҡыҙҙар араһында эшләү шөғбәләренә һәм Башҡортостан эшсе һәм
крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙарына асыҡ хат” исемле мәҡәләләр донъя күргән. Авторҙар араһында
З. Хәйерова, Ф. Бикмөхәмәтова кеүек ҡатын-ҡыҙҙар бар. Баҫма тулы көйө һаҡланмаған өсөн
ҡайһы бер асыҡланмаған урындары бар.
Башҡорт ваҡытлы матбуғатының тәүге тикшеренеүселәренең береһе булған Төхвәт
Йәнәби “Башҡорт ваҡытлы матбуғаты: 1919–1929” (Өфө: “Башҡортостан” гәзите нәшере,
1929. 52 б.) уны: “Һәр хәлдә, был гәзит Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының тарихта беренсе
тапҡыр күргән гәзите булды. Ул үҙ дауамында сикһеҙ ҡараңғылыҡта йәшәп килгән ҡатын-
93
ҡыҙҙарҙы аң-белемгә етәкләүҙә беренсе аҙым яһаны”, – тип баһалай [İnan Abdülkadir, 1991, 22
б.].
Шулай итеп, ХХ быуаттың егерменсе йылдарында башҡорт интеллигенцияһы
вәкилдәре яңы башҡорт әҙәби телен булдырыу өсөн актив эшләй. Ул барлыҡҡа килгәнгә
ҡәҙәр үк ғәрәп графикаһындағы ваҡытлы матбуғатта башҡортса яҙылған мәҡәләләр нәшер
ителә. Мәҡәләләр телендә яҙма төрки теле традициялары һәм урындағы халыҡтың
һөйләшкән теле синтезы асыҡ күренә.
Әҙәбиәт
İnan Abdülkadir. Dış Türklerde 50 Yıl Önce Yazı Dili Meselesi // Makaleler ve Incilemeler/
II. Cilt. Ankara, 1991. S. 187–190. {Inan Abdulkadir. The problem of the language of fifty years
ago among foreign Turks. In Articles and Research. Vol. II. Ankara, 1991. S. 187-190.}
Байрамҡайың, башҡорт, ҡотты булһун... // Башҡорт. 1918. 27 июль. {Congratulations on
the holiday, ye, Bashkirs ...
Достарыңызбен бөлісу: |