– һүҙьяһалыш (
күҙҙек, иректе, атның, урмандыҡ
һ.б);
– исемдәрҙең һан менән үҙгәреше (
китаплар, ҡырлар, яҙлар
һ.б);
– исемдәрҙең хәбәрлек заты менән үҙгәреше (
уҡытыусыҫыҙ, колхозсыҫыҙ
һ.б);
– алмаш төркөмсәләре (
бу, шушы, нәмәҫтә, ҡайсан
һ.б)
– ҡылымдарҙың зат, һан менән үҙгәреше (
китәү, ишеткәбеҙ
һ.б) һ.б
Диалект шарттарында башҡорт әҙәби теленең морфологияһына өйрәтеүҙә иң ҡулайлы
алымдарҙан сағыштырыу алымы һанала (эйәлек килештә
беҙҙең-беҙнең
)
Уҡыусыларҙың телмәрендәге орфоэпик һәм орфографик хаталарҙы иҫкәртеү һәм
бөтөрөү өсөн махсус морфологик карточкалар, таблицалар ҡулланыу эффектлы алымдарҙан
һанала.
Дөрөҫ әйт һәм дөрөҫ яҙ!
Дөрөҫ түгел!
Килһә
Килгәйне
Алып ҡайт
Килдиҫә
Килгән ийе
Апҡайт
Орфоэпик-орфографик биш минутлыҡтар үткәреү алымы һәйбәт һөҙөмтәләр бирә. Теге
йәки был һүҙҙе килеш менән үҙгәртеүҙе уҡыусыларға даими рәүештә тәҡдим итергә кәрәк.
Был осраҡта балалар әҙәби тел нормаһына тиҙерәк өйрәнәләр.
Уҡыусыларҙы әҙәби тел нормаларына өйрәтеүҙә үҙҙәре ятҡа белгән шиғырҙарҙы,
өҙөктәрҙе дәфтәрҙәренә яҙҙырыу ҡулайлы алым булып тора.
Шулай уҡ ярышҡа ҡоролған инша яҙҙырыу мөһим алым. Ярыштың тәртибе
түбәндәгеләр: телдең һүрәтләү сараларын, сифат, рәүештәрҙе кем күберәк ҡуллана, фекерҙең
логик эҙмә-эҙлелеге,һүҙҙәрҙең урынлы ҡулланылыуы һ.б. Бындай эштәр үткәреү
уҡыусыларға тәбиғәт күренештәренең, конкрет предметтарҙың быға тиклем иғтибар
ителмәгән билдәләрен күрергә ярҙам итә. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәренә иғтибар итмәһәң,
ул хата яҙыу телмәренә күсә. Шуға һүҙлек эшенә һәр дәрестә иғтибар итергә кәрәк. Тасуири
уҡыу һәр дәрестә урын алырға тейеш.
Фонояҙмалар тыңлау, уҡыусыларҙың телмәрен магнитофонға яҙҙырып тыңлатыу, һәр
үтелгән
тема буйынса ярыштар ойоштороу, викториналар үткәреү һ.б. уҡыусыларҙың
белемдәрен байытыуға, телмәрен диалект хаталарынан таҙартыуға ярҙам итәсәк.
Әҙәби тел нормаларының төп ҡанундарына өйрәтеүҙә грамматик анализ үткәреү яҡшы
һөҙөмтәләргә килтерә. Мәҫәлән, исем һүҙ торкөмөн өйрәнеп бөткәндән һуң уның буйынса
грамматик анализ үткәреүҙең тәртибе түбәндәгесә булырға мөмкин:
– исемдең башланғыс формаһын табыу;
– яңғыҙлыҡ йәки уртаҡлыҡ исем булыуын әйтеү;
– яһалышын билдәләү;
– ниндәй һанда,затта, килештә тороуын әйтеү;
– һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килеүен билдәләү.
Шулай итеп, диалект, ерле һөйләш шарттарында башҡорт әҙәби теленең нормаларына
өйрәтеүҙә алымдар байтаҡ ҡына. Ләкин нисек кенә ҡулайлы булмаһын ул алымдар,
уҡыусыларҙың белемдәрен, һөйләү, яҙыу һәм бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә, телмәр
культураһын күтәреүҙә улар ғына проблеманы хәл итмәҫкә мөмкин. Был алымдар үҙ эшенә,
үҙ предметына өйрәтеүҙә ижади эшләгән уҡытыусыларҙың эш практикаһында ғына ыңғай
һөҙөмтә бирәсәк.
76
Әҙәбиәт
Аҙнағолов Р. Ғ. Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Өфө:
Башҡортостан
китап нәшриәте, 1991. 145 бит
.
{Aznagulov R.G.
T
raining in the Bashkir
language in dialect conditions. Ufa: Bashkir
p
ublishing
h
ouse, 1991. 145 p.}
Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге. Өфө: Китап, 2002. 432 бит
.
{Dictionary of
dialects. Ufa: Kitap, 2002. 432 p.}
Дмитриев Н. К. К вопросу об изучении башкирского языка // Вопросы башкирской
филологии. М., 1959. 321 с. {Dmitriev N.K. To the question of studying the Bashkir language. In:.
Questions of Bashkir philology.
Moscow, 1959. 321 p.}
Ишбулатов Н.Х. Башҡорт диалектологияһы. Өфө: Китап, 1980. 250 бит
.
{Ishbulatov
N.Kh. Bashkir dialectology. Ufa: Kitap, 1980. 250 p.}
Шәкүр Р. Башҡорт диалектологияһы
.
Өфө: Китап, 2012. 238 бит
.
{Shakur R. Bashkir
dialectology
.
Ufa: Kitap, 2012. 238 p.}
УДК 821.512.141.09
Ш. В. Нафиков, М.Р. Валиева, г. Уфа
Достарыңызбен бөлісу: