РәСӘй халыҡтары телдәре диалектологияһының КӨНҮҘӘк мәСЬӘЛӘЛӘре XVIII бөтә Рәсәй фәнни конференция материалдары



Pdf көрінісі
бет38/200
Дата18.04.2023
өлшемі2,67 Mb.
#174842
1   ...   34   35   36   37   38   39   40   41   ...   200
Байланысты:
Dialectology-2018

Фонетик үҙенсәлектәре
Әҙәби телдәге
 о, а
һуҙынҡылары урынына 
ы, е
менән һөйләшеү киң таралған: 
башҡырт
(башҡорт), йырлый (йырлай), шундый (шундай), эшлей (эшләй).
Шулай ҙа әҙәби телдәгесә
башҡорт, шундай
тип һөйләшеүселәр бар. Ирен һуҙынҡыһы 
ү 
урынына 
ө 
өнө ҡулланылып,
ирен гармонияһы үткәрелә: 
ғөмөр (ғүмер).
Әҙәби телдәге
ул
зат йәки күрһәтеү алмаштарында
у
өнө урынына
а
өнө ҡулланыла:
аның, анда, анан, аларҙан...
Айырым һүҙҙәрҙә һүҙ башында әҙәби телдәге
б
өнө
м
өнөнә күсә:
мына (бына), моҙ
(боҙ).
Һүҙгә айырым баҫым яһағанда әҙәби телдәге
һ
өнө урынына
ҫ
ҡулланыла:
сәй яҫағыҙ
(яһағыҙ).
Һүҙҙәрҙең нәҙек вариантын ҡулланыу Һарыҡташ районы башҡорттары өсөн хас: 
бәйрәм
(байрам), әсе, әкрен.
Һарыҡташ районында 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу күрһәткестәре буйынса
башҡорттар башҡа милләттәрҙән (рус, татар, ҡаҙаҡ) ҡала дүртенсе урында тора. Шуға күрә
күпселекте тәшкил иткән халыҡтарҙан һүҙҙәр үҙләштереү киң таралған. Бындай һүҙҙәр өлкән
быуын кешеләре телмәрендә лә актив ҡулланыла. Улар башҡорт теленең фонетик
үҙенсәлектәренә яраҡлаштырылған:
лум (лом), кәнис (конец), әбизәтелнә (обязательно),
инвәлид (инвалид), вис (весь), эсвит (свет), Оренбурҙа (әҙ. Ырымбурҙа).
Әҙәби телдәге
с, һ
өндәре урынына
 
татар теленә һәм төньяҡ-көнбайыш диалекты башҡорттарына хас
ч
өнө
ҡулланыу күҙәтелә:
 чыҡҡаннар (сыҡҡандар), барсын (барһын), уҡысын (уҡыһын).
47




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   34   35   36   37   38   39   40   41   ...   200




©engime.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет