Ырымбур өлкәһе башҡорттарының телен өйрәнеүгә диалектология фәнендә ҙур урын
бирелгән. Т.Ғ.Байышев тәүгеләрҙән булып Ырымбур башҡорттарының телен,
фонетик
үҙенсәлектәренә ҡарап,
һ
һәм
ҫ
һөйләшсәләренә бүлә. Артабан Ж. Ғ. Кейекбаев, өлкәнең
географик урынына ҡарап, Ыҡ-Юшатыр һәм Дим һөйләшсәләренә айырып ҡарай.
Р.Ғ.Аҙнағоловтың кандидатлыҡ диссертацияһы тыуған яғы Ырымбур башҡорттарының тел
үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бағышлана. Фонетик, морфологик һәм лексик үҙенсәлектәрен
иҫәпкә алып, уны Туҡ, Соран һәм Түбәнге Һаҡмар һөйләшсәләренә айыра. Н.Х.Мәҡсүтова,
1975, 1976, 1977 йылдарҙағы экспедиция материалдарына таянып, Ырымбур башҡорттары
теленең төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш һөйләшсәләргә бүленеүен иҫбатлай. Беҙҙең
мәҡәләбеҙҙә Ырымбур башҡорттары телен классификациялау маҡсаты ҡуйылманы. Ә
Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Биктимер ауылы миҫалында уның ҡайһы бер
фонетик, морфологик һәм лексик үҙенсәлектәренә байҡау яһау бурысы ҡуйылды.
Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының башҡорт ауылдары Һаҡмарҙың түбәнге ағымы
буйында урынлашҡан булыуы менән Көньяҡ диалекттың Һаҡмар һөйләшсәһе теленә яҡын
булһа, икенсе яҡтан, Эйек йылғаһына яҡын булыуы менән Эйек һөйләшсәһе элементтарын
да үҙ эсенә алған. Күренеш айырыуса туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдарына ҡараған һүҙҙәр
төркөмөндә күҙәтелә. Мәҫәлән, Эйек һөйләшсәһенә хас һүҙҙәр:
һылыуым, мыртый, абый,
әней, әтей.
Шул уҡ ваҡытта көньяҡ диалекттың Һаҡмар һөйләшсәһенә хас булған
атай,
ҡарындаш, апай, әсәй, бейем
һүҙҙәре ҡулланыла.
Һүҙҙәрҙең синонимдары йыш осрай. Миҫалдар:
шоморт – муйыл, шәһәр – ҡала, әней –
әсәй, әтей – атай, мыртый – ҡусты – эне.
Һарыҡташ районы башҡорттарының теленә хас тормош-көнкүреш һүҙҙәре:
усаҡлыҡ,
сынаяҡ, диуар (стена), ситән өй, саман өй, өсьяҡ, ҡоймаҡ, ялан аяҡ, мендәр, силәк,
түпешләү (туҡмау), бескәк (синица), сыпсыҡ (воробей), кәрешкә (торна борсағы), еҙей
(боярышник).
Достарыңызбен бөлісу: