РәСӘй халыҡтары телдәре диалектологияһының КӨНҮҘӘк мәСЬӘЛӘЛӘре XVIII бөтә Рәсәй фәнни конференция материалдары



Pdf көрінісі
бет45/200
Дата18.04.2023
өлшемі2,67 Mb.
#174842
1   ...   41   42   43   44   45   46   47   48   ...   200
Байланысты:
Dialectology-2018

Шул арала ун ике батша егеттәре йыйылып ғариза яҙалар. Ун ике батша егете ҡул ҡуя»
(«Ҡара һыйыр»). 
«
Аты башын эйеп, уйға ҡалып, ауыр ғына тын алып:
– Был бик ауыр эш. Һин шулай ҙа батшаға барып әйт. Иртәгә ун ике үгеҙ тиреһен
әҙерләһен, – ти»
 
("Тылсымлы алма").
«Ҡара һыйыр» әкиәтендә тиң никах принцибы алға һөрөлә: Ғәли, батша ҡыҙы Әминә
һылыу менән никахы тарҡалғандан һуң, матур ғына, аҡыллы ғына йәтим (әҙәби телдә етем)
ҡыҙҙы осратып ғаилә ҡора.
Ҡара һыйырҙың ике бөйөрөнән сыҡҡан ике көсөк «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» китабына
[Башҡорт халыҡ әкиәттәре, 1984] индерелгән «Ҡара көсөк» әкиәте мотивын иҫкә төшөрә.
Ғөмүмән, Туҡ-Соран әкиәттәре бөтөн бер серияны ла барлыҡҡа килтергәндәй: бер
әкиәттән тәбиғи рәүештә икенсе әкиәт ағып сыға төҫлө. Мәҫәлән, Ҡыҙыл Гвардия районы
башҡорттарының хәтер һандығында «Ҡара көсөк» мотивтарын ҡабатлаған «Нәркәс һылыу»
әкиәте лә бар. «Ҡара көсөк»тә байҙың дүрт ҡатыны булып, олоһо йөҙ ҡабырғалы йөҙ турғай
атып йөҙ хеҙмәтсене туйҙырырырға, икенсеһе ҡомдан итек һуғырға, өсөнсөһө бет тиреһенән
бейәләй тегергә, иң йәше алтын башлы, ынйы тешле, көмөш сәсле ике ир бала табырға вәғәҙә
биреп ҡала. Мағаз Буранғоловтың ейәнсәрҙәренән яҙып алынған «Нәркәс һылыу» әкиәтендә
иһә оло ҡатын алтын епле билбау, уртансыһы алтын епле елән әҙерләргә, Нәркәс һылыу
алтын тешле, алтын сәсле бер ҡыҙ, бер ир бала табырға ниәтләй. «Ҡара көсөк» әкиәтендә
улдарын юғалтҡан йәш ҡатын илай-илай көсөктө имеҙеп һалһа, беҙҙең вариантта көсөктәр
тураһында башҡаса һүҙ ҡуҙғалтылмай. Игеҙәктәрҙе тәрбиәләп үҫтергән әбей менән бабайҙың
ҡара мүскәһе ярҙамсы ролен үҙенә ала. Ҡара көсөк алтмыш ҡолас ала бейәне, гәүһәр-
яҡуттарҙы, иң мөһиме – ынйы тешле, көмөш сәсле ике ир баланы әсәләренә алып ҡайтып
бирһә, Нәркәс һылыуҙың улы, ҡара мүскә биргән мәғлүмәт буйынса, Ҡара диңгеҙ
аръяғындағы алтын яллы, алтын ҡойроҡло атты, алтын кәмәлә йөҙөп сығып сәсен тараған
аҡыллы ен ҡыҙын, алтын емешле, көмөш япраҡлы алмағасты үҙе алып ҡайта. Был хәлде ике
әкиәттәге ваҡыт арауығының төрлө булыуы менән аңлатып була: «Ҡара көсөк»тә алтын
башлы, ынйы тешле, көмөш сәсле малайҙар әсәләренең мөгөҙгә һалынған һөтөн эсеп ҡарап,
илап-илап йоҡлап китәләр, ә Нәркәс һылыуҙың балалары буй еткереп, үҙ аллы донъя
көтөрлөк йәштәләр. 
Туҡ-Соран башҡорттарынан яҙып алынған сираттағы әкиәт «Сатан турғай» тылсымлы
әкиәттәр төрөнә ҡарай. Әбей менән бабай үлеп киткәс, ҡустылары Ҡотлоярҙың Нәфисә
апаһын ҡарға батшаһына, Нәзифә апаһын бөркөт батшаһына кейәүгә биреп ебәреүе апаларын
айыуға, бөркөткә, ҡарағошҡа хәләл ефетлеккә биреп ебәреүсе егет тураһындағы «Еҙтырнаҡ»
әкиәтен хәтерләтә. Ҡайҙандыр килеп сыҡҡан билдәһеҙ ҡыҙға өйләнеп хаталанған Ҡотлояр
«Һыйыр алһаң, тояғына ҡара, ҡатын алһаң, ырыуына ҡара» тигән мәҡәлдең хаҡлығына тағы
ла бер тапҡыр инандыра. Ҡатындың эткә әйләнеп, яңы ғына күмелгән ҡәберҙе тырнап асып,
кешенең кәүҙәһен алып, өҙгөсләп, йолҡҡослап ашауы, йәшел сыбыҡ менән һуғып ирен эткә
58


әйләндереүе 1912 йылдан уҡ билдәле булып, Әхнәф Харисов тарафынан башҡортсаға кире
ҡайтарылған [Башҡорт халыҡ ижады, 1959] «Ғәжәп-Сәйет» әкиәтендә Сәйеттең үҙе еләк
йыйышып йөрөгән кешеләрҙән сыбыҡ менән һуғылып ҡыҙыл эткә әйләндерелеүе мотивын
иҫкә төшөрә. Ғәжәп-Сәйет гел генә сит кешеләрҙән йәбер күрһә (сихырланһа), Ҡотлояр эткә
лә, турғайға ла үҙ ҡатыны тарафынан әүерелдерелә, аҙаҡ иһә үҙе шәфҡәтһеҙ әүернәне атҡа
әйләндереп унан үсен алып ҡуя.
Йәшел сыбыҡ детален ырымбурҙарҙың ауыҙ-тел ижады үрнәгендә тағы ла бер тапҡыр
осратабыҙ: «Сәүгән менән Әвелнәғим» әкиәтендә Сәүгән исемле йәш батшаның,
Ҡотлоярҙыҡы кеүек үк хата ебәреп, зат-зориятын һорашмайынса өйләнгән ҡатыны йәшел
сыбыҡ менән һуғып сихырлау һәләтенә эйә. Ҡатынының сихыры арҡаһында ярты кәүҙәһе
таш булып ҡатҡан Сәүгән, төҫлө балыҡҡа әйләндерелгән ҡала халҡы, стенаны уртаға ярып
килеп ингән һәм табалағы балыҡтарҙы ҡап-ҡара итеп яндырып сығып киткән ҡара ҡатын
ғәрәп халҡының «Балыҡсы тураһында әкиәт»е [Мең дә бер кисә, 1984] сюжетына барып
тоташыуы асыҡ күренеп тора.
Әкиәттәрҙә осраған ҡайһы бер һөйләш үҙенсәлектәрен дә ҡарап үтәйек. Ҡыҙыл Гвардия
районы башҡорттарының теле көньяҡ диалекттың эйек-һаҡмар һөйләшенә ҡарай.
Һөйләштең фонетик үҙенсәлектәренә килгәндә, ҡайһы бер осраҡтарҙа һүҙ башындағы 


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   41   42   43   44   45   46   47   48   ...   200




©engime.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет