Рәшит Солтангәрәев әҫәрҙәре тураһында фәнни хеҙмәттәр, тикшеренеүҙәр булыуға
ҡарамаҫтан, яҙыусы яратып ҡулланған тел байлығы тураһында күҙәтеүҙәребеҙ менән
бүлешмәксебеҙ. Сығышы менән Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Таймаҫ
ауылынан
булған яҙыусы үҙ әҫәрҙәрендә башҡорт теленең лексик байлығын яратып, сикһеҙ ҙур һөйөү
менән урынлы итеп ҡуллана. Мәҫәлән, Муса Мортазин тураһында яҙған әҫәрендә
диалектизмдарҙы барлап, шундай миҫалдар таптыҡ:
… Күбеһе русса түгел, төркисә лә уҡый,
яҙа белмәгән, ғәскәргә тик көсө, оһоллоғо, атта оҫта йөрөй, ҡылыс менән өҙә саба,
мылтыҡтан тура ата алғаны һәм, бөтәһенән элек, еребеҙ өсөн, башҡорт халҡы өсөн
һуғышабыҙ, тип килгән егеттәр шулай уйлай һәм командирҙары өсөн утҡа ла, һыуға ла
инергә әҙерҙәр
(«Осто бөркөт»). Әҙәби телдә
оҫолло
– сифат, эшкә оҫта, йәтеш итеп, яйына
килтереп эшләй белеүсе [БТА, II
,
1993, 54]. Фонетик сиратлашыу
оҫолло - оһолло
.
Диалектологик һүҙлектә
оҫол, оһол
(урта, эйек-һаҡмар) –
таҫыл ‘сноровка’.
Һәр эштә оһол
гәрәк
(эйек-һаҡмар). Осол (ҡариҙел) [ДСБЯ
,
2002, 254]. Күреүебеҙсә, Р. Солтангәрәев
әҫәрендә был һүҙҙең
һ
өнлө вариантын ҡулланған.
Билдәле
һүҙе урынына ла яҙыусы
таныулы
һүҙен файҙаланған:
Артынан килгән
һыбайлылар ҙа – таныулы егеттәр, һәр береһе биш-алты казакка торорлоҡ башкиҫәр
(«Осто бөркөт»). Таныулы (эйек-һаҡмар)
с. билдәле – знакомый
. Таныулы йәнлек түгел
[ДСБЯ
,
2002, 304]. Автор
билдәле
сифаты урынына
таныулы
сифатын ҡулланып, геройын
бөтә башҡорт та таный, тип әйтмәксе.
Билдәле
тиһә, һөйләм бер ни тиклем үҙ мәғәнәһенең
тулылығын кәметер, икенсе төрлө яңғырар ине.
Көньяҡ диалектта йыш осраған
яман
сифатын да Р.
Солтангәрәев тап халыҡса, уға
стилистик биҙәк биреп ҡуллана:
Бигерәк яман тота ла үҙен, етмәһә, әллә күпме һыбайлы
менән килгән
(«Осто бөркөт»). Бында
яман
‘уҫал’ мәғәнәһендә килә.
Өйө лә бик тынсыу,
ахырыһы. Көндөҙ яман ҡыҙҙырғайны
(«Яғылмаған мейес»). Был һөйләмдә
яман
‘үтә, ныҡ’
көсәйтеү мәғәнәһендә килгән. Диалектологик һүҙлектә
йаман
(арғаяш, мейәс, урта, әй)
рәүеш, Бик, бик ныҡ, үтә – очень, слишком... Алар йаман байыған
(урта) [ДСБЯ
,
2002, 110].
Бөтөнләй икенсе уйҙа торған кешегә был һүҙҙәр яман бәрелде, күрәһең
(«Ҡурай»).
Көрәшеү, һуғышыу
һүҙҙәре урынына яҙыусы халыҡсан
айҡашыу
һүҙен ҡуллана:
Хәтәр
бит: ошо ғәрәсәттә башҡорт ғәскәрҙәре һин дә мин айҡашып йөрөй!
(«Осто бөркөт»).
Айҡашыу (ҡыҙыл). 1. Һырығыу – прижаться.
Миңә айҡашып йоҡларға булды
. 2. (эйек)
Мәшәҡәтләнеү – возиться.
Беҙ ней, теләһә ней белән айҡашып, иҙәнде лә йыумайбыҙ
. 3.
(ҡыҙыл) Һүҙ көрәштереү – спорить. 4. (мейәс) Һүҙгә ҡыҫылыу – вмешиваться в разговор. 5.
(арғаяш) Талап итеү – требовать, настаивать [ДСБЯ
,
2002, 15]. Бында
айҡашыу ‘көрәшеү’
мәғәнәһендә. Яҙыусы һүҙҙе урынлы ҡуллана, күҙ алдына бил һынашырға сыҡҡан ике
көршәсе килеп баҫа:
Колчак үҙе лә, ғәскәре лә төп Рәсәй менән айҡаша ла, еңә ла алмаясаҡ
(«Осто бөркөт»).
Әҫәрҙә
ҡара
һүҙе аша автор төрлө мәғәнәләрҙе бирә. Ул төҫтө:
Киске урамда
арттарынан ҡара туҙан күтәрелде
; күмәк көстө белдерә:
Ибраһим фармандарын
башҡортса һәм шым ғына бирә, ә егеттәр бер орандан уҡ ҡылыстарын ҡынынан һурып
сығарып ҡара яу асырға әҙер тора
(«Осто бөркөт»).
Ҡатҡыл
сифаты
ҡатыраҡ
урынына:
Хоҙайға рәхмәт, таҙа кәүҙәле йәш егет
ғазапланмай ғына бирҙе йәнен – ике ҡулын ике яҡҡа йәйеп, яҙғы ҡатҡыл ҡарға ятты ла
ҡуйҙы
(«Осто бөркөт»). Диалектологик һүҙлектә:
ҡатҡыл
һүҙенең өс мәғәнәһе бирелгән,
яҙыусы был һөйләмдә түбәндәге мәғәнәне аса: ҡатҡыл I (урта, һаҡмар) р. 1. Ҡатыраҡ –
тверже.
Ҡайһы һыйырҙың имсәге ҡатҡыл була
(урта).
Һәҙер икмәк ҡатҡыл була, мис
табанына һалып бешерһәң, барлы була
(һаҡмар). 2. (эйек) Ҡатыраҡ – жестче.
Аҡбаш үлән
ҡатҡыл була
[ДСБЯ
,
2002, 192].
51
Рәшит Солтангәрәев башҡорт лексикаһын һүҙҙәр менән дә тулыландыра, мәҫәлән:
Хәйер, ауылдан сыҡҡан был хыялбай егет бынан ике йөҙ йыл самаһы элек бер рус
офицерының, ҡайҙалыр Уралда башҡорт восстаниеларын баҫтырғас, бер башҡорт
малайын суҡындырып, уға Иван Башкирцев исемен биреүен, үҙенең ошо тоҡомдан сыҡҡан
кеше икәнен ҡайҙан белһен инде
(«Осто бөркөт»).
Хыялбай
һүҙе ике өлөштән тора –
хыял
һәм
бай
, йәғни хыялға бай кеше:
Тәбиғәте менән ғәҙел, хыялбай егет бындағы башҡорттарға
уғата ҡыҙыҡһынып ҡарай һәм уларҙы нимәһе өсөндөр яҡын күрә ине
(«Осто бөркөт»).
Хыялый
түгел, ә
хыялбай
, ти автор үҙ персонажы тураһында яратып.
Яҙыусы
бәхилләп ҡуйыр
һүҙбәйләнешен ‘
ризалатыу’
мәғәнәһендә ҡуллана:
Ярар, Хәсән
алып ҡайтҡан бүләктәрҙән өлөш сығарып, бәхилләп ҡуйыр
(«Ҡиәмәтлек кейәү»).
Диалектологик һүҙлектә:
бәхил булыу
(урта) ҡ. ‘риза булыу’ – согласиться.
Мырҙаҡайҙы бер
күрһәм дә бәхил булыр инем.
Бәхилләтеү (дим) ҡ. ‘ризалыҡ алыу’ – получить согласие [ДСБЯ
2002, 72].
Шулай итеп, Рәшит Солтангәрәевтың «Осто бөркөт», «Ҡурай», «Ҡиәмәтлек кейәү»,
«Яғылмаған мейес» әҫәрҙәрендә ҡулланылған ҡайһы бер диалект һүҙҙәренә күҙәтеү яһаныҡ.
Миҫалдарҙан күренеүенсә, яҙыусы йышыраҡ көньяҡ диалекттың эйек-һаҡмар, урта
һөйләштәренә хас һүҙҙәрҙе ҡулланып, әҫәрҙәрен халыҡсан лексика менән биҙәй,
һөйләмдәрҙең йөкмәткеһен яңыса аса. Шулай уҡ яҙыусы
ҡара
һүҙе аша төрлө мәғәнә
төҫмөрҙәрен биреүгә ирешә, башҡорт телен яңы һүҙҙәр менән байыта.
Достарыңызбен бөлісу: