© Шакиров И.А.
УДК 398
Г. В. Юлдыбаева, Өфө .
ҡ
И. Ғ. ҒӘЛӘҮЕТДИНОВТЫҢ БАШ ОРТ ХАЛЫ УЙЫНДАРЫН ӨЙРӘНЕҮ
Ҡ
Ҡ
ӨЛКӘҺЕНДӘГЕ ХЕ МӘТТӘРЕНӘ КҮ ӘТЕҮ
Ҙ
Ҙ
В данной статье рассматривается роль и значимость научных трудов д.ф.н., профессора
И.Г.Галяутдинова в изучении народного творчества башкир. Сбор, изучение и публикация образцов детского
устного фольклора не было второстепенной темой для ученого. У исследователя более пятидесяти научных
статей, в том числе книги, посвященные играм, устному фольклору башкирского народа.
Ключевые слова:
И.Г.Галяутдинов, языковед, народное творчество, башкирские игры, фольклор, сбор,
изучение, публикация.
A REVIEW OF I. GALAUTDINOV'S WORKS IN THE FIELD OF STUDYING CHILDRENS' GAMES.
This
article examines the role and significance of scientific works of Doctor of Philology, professor I.G. Galyautdinov in the
study of the folk art of the Bashkirs. Collecting, study and publication of samples of children's oral folklore was not a
secondary topic for the scholar. The researcher has more than fifty scholarly articles, including books on games, oral
folklore of the Bashkir people.
Key words:
I.G. Galyautdinov, linguist, folk art, Bashkir games, folklore, collection, study, publication
.
Башҡортостандың Учалы төбәгендә тыуып үҫкән ф
илология фәндәре докторы,
профессор
Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновтың
археография, текстология, әҙәби
башҡорт теленең тарихи үҫешен өйрәнеү проблемаларына бәйле ғилми эштәре менән бер
223
рәттән халыҡ ижадына, балалар фольклорын өйрәнеүгә арналған хеҙмәттәре лә бихисап
[Ғәләүетдинов, 2005, 76-сы б.]. Ғилми мәҡәләләр Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәй
кимәлендә уҙғарылған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, киң матбуғатта яҡтыртылһа,
башҡорт халыҡ уйындарына арналған китаптары киң ҡатлам уҡыусылар араһында күптән
инде үҙ уҡыусыһын тапты.
1964 йылда Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында уҡыған сағында уҡ Ишмөхәмәт
Ғилметдин улының “Совет Башҡортостаны” гәзите биттәрендә ҡурайсылар ансамбленә
арналған “Тырышһаң була икән!” [Ғәләүетдинов, 1964] тәүге мәҡәләһе донъя күрһә, 1967
йылда, Башҡорт дәүләт университетында белем алғанда, уның “Ҡарға бутҡаһы”
[Ғәләүетдинов, 1967] мәҡәләһе баҫылып сыға. Ошо көндән башлап буласаҡ ғалимдың гәзит-
журнал биттәрендә халыҡ уйындарына, уларҙың балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә тотҡан
роле хаҡында, шулай уҡ ҡурайға, ҡурайсыларға арналған фәнни мәҡәләләре донъя күрә, киң
матбуғатта уйындарға бағышланған рубрикалар асыла башлай [Ғәләүетдинов, 1981].
Ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен оҫта башҡарған, фольклорға, уның рухи ынйыларына
битараф булмаған ғалим үҫеп килгән быуынға “уйын һинең өсөн тормош мәктәбе, хеҙмәткә
әҙерләнеү сараһы һәм халҡыңдың изге ғөрөф-ғәҙәттәрендә һәйбәт тәрбиә алыуҙың аҫыл
сығанағы” [Ғәләүетдинов, 1994, 4-се б.], - тип өндәшә.
Ғалим И.Ғ.Ғәләүетдинов халыҡ уйындарын өйрәнеүсе генә түгел, ә үҙе халыҡ
күңеленән йыйыусы, башҡорт телендә генә түгел, рус теленә тәржемә итеп, киң ғилми
әйләнешкә индереүсе лә. Ул уйындарҙы өйрәнеп, үҙ хеҙмәтендә “һауаһыҙ йәшәп
булмағандай, тормошоңдо уйындарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел” [Ғәләүетдинов,
1994, 4-се б.], – тип билдәләй. Уның 1979 йылда хәрәкәтле уйындарға бәйле “Уйнайыҡ,
дуҫтар, бергәләп” [Ғәләүетдинов, 1979], 1987 йылда был баҫманың балалар һәм йәштәр
уйындарына арналған икенсе китабы [Ғәләүетдинов, 1987], 1991 йылда бишек йырҙары,
һанамыштар тупланған “Аҡ тирәк, күк тирәк: балалар фольклорының үрнәктәре”
[Ғәләүетдинов, 1991] йыйынтыҡтары донъя күрә. 1994 йылда нәшер ителгән “Балалар
фольклоры: Бала саҡ -уйнап, көлөп үҫер саҡ” [Ғәләүетдинов, 1994] китабының 1-се
баҫмаһында балалар фольклорын өс ҙур төркөмгә бүлеп ҡарай ул: әсәләр поэзияһы, балалар
ауыҙ-тел ижады, уйын фольклоры. Ә 1996 йылда киң даирәгә сыҡҡан икенсе китабы иһә
көләмәстәр, әкиәттәр, уйындар йыйылмаһын тәшкил итә [Ғәләүетдинов, 1996]. 1995 йылда
иһә Ишмөхәмәт Ғилметдин улының балалар һәм йәштәр уйындарына арналған “Уйнайыҡ,
дуҫтар, бергәләп!”[Ғәләүетдинов, 1995] тигән күләмле хеҙмәте донъя күрә. 2002 йылда иһә
“Башҡорт халыҡ балалар уйындары” китабының үҙгәртелгән 1-се баҫмаһы [Ғәләүетдинов,
2002], ә 2011 йылда башҡорт фольклорсыһы Ә.М.Сөләймәнов менән берлектә төҙөлгән
“Башҡорт балалар фольклоры”[Сөләймәнов, Ғәләүетдинов, 2011] китаптары баҫылып сыға,
был хеҙмәттең хәрәкәтле уйындарға арналған өлөшө И.Ғ.Ғәләүетдинов тарафынан яҙылған.
Ғалимдың тағы бер хеҙмәте, фольклорсы Ә.М.Сөләймәнов менән берлектә төҙөгән “Башҡорт
халыҡ ижадының” “Балалар фольклоры” томы иһә, әлеге көндә “Китап” нәшриәтендә донъя
күрер сәғәтен көтә.
Ишмөхәмәт Ғилметдин улы бәләкәйҙән ҡурайға, уның моңона ғашиҡ булып үҫә һәм бик
оҫта уйнарға ла өйрәнә, сөнки уның атаһы тирә-яҡта дан тотҡан ҡурайсыларҙың береһе була.
Ғалим 1972-1985 йылдарҙа Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эргәһендә эшләүсе
“Ҡобайыр” фольклор-этнографик ансамбленең оҫта ҡурайсыларының береһе була. Был
ансамбль менән ул Рәсәй һәм Германия буйлап гастролдәрҙә, 1983 йылда Й.Иҫәнбаев
исемендәге призға Республика ҡурайсылар конкурсында, 1989 йылда Алма-Атала Халыҡ-ара
музыкаль фестивалдә, 1990 йылда Нефтекама ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй фольклор
коллективтары фестивалендә ҡатнашып, лауреат исеме ала.
224
Башҡорт халыҡ ижадына ғашиҡ булып үҫкән ғалимдың эштәре бөгөнгө көндә лә дауам
ителә. Уның хеҙмәттәре нигеҙендә фәнни мәҡәләләр, китаптар яҙыла, диссертациялар яҡлана.
Халыҡ уйындарын туплау, ғөмүмән, башҡорт халҡының рухи ынйыларын йыйыу эше әле лә
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фольклорсылары тарафынан Башҡортостанда, уға күрше
өлкәләрҙә дауам ителә. Фольклор экспедицияларында халыҡ ижадының аҫыл гәүһәрҙәре
йыйыла, өйрәнелә, киң ғилми даирәгә сығарыла. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы тыуған,
Башҡортостандың гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Учалы районының ауыҙ-тел
ижадын өйрәнеү маҡсатында ла башҡорт фольклорсылары тарафынан бер нисә тапҡыр
экспедиция, шәхси командировкалар ойошторолған. Тәүге фольклор экспедицияһы
С.А. Галин етәкселегендә 1965 йылда уҙғарыла (экспедиция ағзалары: М.М. Сәғитов,
Н.Д. Шоңҡаров). Был экспедиция һөҙөмтәләрен барлағанда, Урал арты башҡорттары
фольклорында, асылда, йыр мираҫы төп урынды алып тора. Йыр ижадынан тыш, таҡмаҡтар,
бәйеттәр, әкиәттәр, легендалар, иҫтәлек шиғырҙары, ер-һыу атамалары тарихы күпләп яҙып
алынған.
Учалы районына сираттағы ғилми эш сәфәре, 1986 йылда, Р.Ә. Солтангәрәйева,
Г.Р. Хөсәйенова тарафынан ойошторола һәм туғыҙ ауылда эш алып барылып, тарихи, лирик
йырҙар, батырҙар тураһында, тормош-көнкүреш әкиәттәре, ер-һыу тарихтары, йолалар,
ундан ашыу хөрәфәт, егерменән артыҡ уйын яҙып алына.
Учалы төбәгенең рухи ынйыларын өйрәнеү фольклорсылар тарафынан әлеге көндә лә
дауам итә. 2001 йылда Гөлнур Рауил ҡыҙы Хөсәйенова, районда, шәхси командировкала
саҡта, Учалы музыка училищеһы фольклор фондында һаҡланған материалдарға юлыға.
Училище уҡытыусыһы Бүләкова Зөһрә Алсынбай ҡыҙы (1941 й.) етәкселегендәге студенттар
тарафынан йыйылған мәғлүмәттәр фольклорсыла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм ул
араларында һирәк осраған йә әлегә тиклем бер ҙә күҙгә салынмағандарын күсереп ала. Әлеге
көндә был материалдар эшкәртелеп, бер системаға һалынып, Ғилми архивта айырым папкала
һаҡлана [Ғилми архив].
Хәҙерге көндә лә халыҡтың рухи хәтеренән әллә күпме мәғлүмәт яҙып алырға була.
Ҡайһы берҙә бары тик халыҡ телендә генә йәшәгән әкиәттәр, йырҙар, легенда, риүәйәттәр ҙә
осрап ҡуя. Уларҙың һаҡланып ҡалыуы, әлбиттә, шатлыҡлы күренеш. 2010 йылда халыҡ
ижадының хәҙерге торошон тикшереү маҡсатында Институттың фольклористика бүлеге
хеҙмәткәрҙәре Р.Ә. Солтангәрәева етәкселегендә (экспедиция ағзалары: Ф.Ф. Ғайсина,
Р.Р. Зинурова, Р.Р. Ваһапова) сираттағы ғилми экспедицияға юллана. Райондың ун өс ауылы:
Сөләймән, Көсөк, Иҫке Байрамғол, Яңы Байрамғол, Таңғатар, Һөйөндөк, Мулдаҡай, Ҡотой,
Ҡолош, Ишмәкәй, Муса, Сораман, Кәрим ауылдары тикшерелә. Әлеге көндә йыйылған
материалдар «Учалы башҡорттары фольклоры
(ҡ
ыуаҡан, теләү, барын-табын, ҡара-табын)”
йыйынтығында донъя күрҙе. Экспедиция етәксеһе Р.Ә. Солтангәрәева әйтеүенсә,
“экспедиция эше был яҡта халыҡ ижады әҫәрҙәренең халыҡ хәтерендә тотороҡло
һаҡланыуын ғына түгел, ә фольклор традициялары нигеҙендә яңыса импровизация, фекерле
һүҙ сәнғәтенең үҙенсәлекле дауам итеүен дә күҙалларға мөмкинселек бирә” [Фольклор
учалинских..., 2014].
2011 йылда Институттың тағы бер төркөм фольклорсылары, атап әйткәндә,
Г.Р. Хөсәйенова (экспедиция етәксеһе), Г.В. Юлдыбаева, А.М. Хәкимйәнова, Учалы
башҡорттары ижадын өйрәнеүгә йәнә эш сәфәренә юл алды. Райондың Ҡунаҡбай, Рысай,
Аҡҡужа ауылдарында эш алып барылды. Халыҡ ижадының был төбәктә тотороҡло
һаҡланыуы күренде, бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, мәҫәлән, ундан артыҡ әкиәт, бәйеттәр
(“Саҡ-Суҡ” бәйетенең тулы варианты, ололарҙың үҙҙәре ижад иткән бәйеттәр), халыҡ
йырҙары (“Биҡҡол”, “Ахун”, “Һандуғас”, “Таштуғай” һ.б.), ҡыҫҡа исемһеҙ йырҙар,
таҡмаҡтар, уйын өлгөләре (“Бала йәшереш”, “Йөҙөк һалыш”), эйәләр, ен-шайтандар
225
тураһында хөрәфәти хикәйәләр, ер-һыу, айға, ҡояшҡа арналған легендалар, тыуым, үлем, туй
йолалары, байрамдар, мәҡәлдәр, йомаҡтар, һынамыштар, тыйыуҙар яҙып алынды. Оло
быуын кешеләренән йылдар буйы ҡағыҙ биттәренә яҙып, һаҡлап килгән материалдар ҙа
табылды. Был дәфтәрҙәрҙә күберәген әкиәттәр, бәйеттәр, мөнәжәттәр теркәлгән. Ололар
үҙҙәренең белгәнен һаҡлап ҡалыу маҡсатында хәтерҙәренән ҡағыҙ биттәренә күсергәндәр.
Учалы районында яҙып алынған бар фольклор материалдары “Экспедиция материалдары –
2011: Учалы районы” [Экспедиция материалдары, 2012] китабында 2012 йылда донъя күрҙе
лә инде.
Учалы районының “Яйыҡ” гәзите биттәрендә халыҡ ижады өлгөләренең донъя күреүе –
һөйөнөслө күренеш. Рухи мираҫына, халҡының боронғоһона битараф булмаған кешеләрҙең,
үҙе белгәнен, йә иһә ололарҙан һорашып яҙып, киләсәк быуынға ҡалдырырға тырышыуы изге
эш һәм хуплауға лайыҡ.
Йыйылған фольклор материалдары ғалимдар тарафынан эшкәртелеп, алда әйткәнебеҙсә,
ғилми архивта һаҡлана [Ғилми архив], күбеһе ғилми әйләнешкә индерелгән, “Башҡорт
халыҡ ижады” томдарында донъя күргәндәре лә бихисап.
Фольклорсылар Башҡортостанда, сит өлкәләрҙә йыйылған фольклор материалдарын
киң ҡатлам уҡыусыларға сығарыу, ғилми әйләнешкә индереү бурысын ваҡытында атҡара
килә. Улар “Башҡорт халыҡ ижады” томдарынан тыш, райондарҙа уҙғарылған экспедиция
материалдарынан йыйынтыҡтар әҙерләп сығара башланы. Был йыйынтыҡтарҙа өйрәнелгән
төбәктә яҙып алынған мәғлүмәттәр тулыһынса, бер системаға һалынып, йырҙар ноталары
менән, информанттар менән эш мәлендә төшөрөлгән фотолар менән тулыландырылып
сығарыла. Был ғилми экспедициялар ваҡытында йыйылған материалдар, һәм шул нигеҙҙә
сығарылған йыйынтыҡтар, бар өлкә ғалимдарына ла, киң ҡатлам уҡыусылар өсөн дә мөһим
сығанаҡ ул. Мәҫәлән, ул белгестәргә халыҡ ижадының үткән торошо менән бөгөнгөһөн
сағыштырып өйрәнеп ғилми хеҙмәттәр яҙыр өсөн мөһим булһа, уҡытыусылар өсөн халыҡ
ижадын дәрестәрҙә ҡулланып, уҡыусыға, халыҡ тарихын, уның боронғоһон күҙаллау өсөн
ҡиммәтле материал булып тора, һәм, әлбиттә, рухи байлыҡты ғилми әйләнешкә индереп,
халыҡтыҡын яңынан халыҡҡа ҡайтарыу бурысын да атҡара.
Шулай итеп, был мәҡәләлә Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновтың башҡорт
фольклористикаһына индергән тос өлөшө, уның тыуған Учалы районы халыҡ ижадының
өйрәнелеүенә, әлеге торошона бер ни тиклем күҙәтеү эшләнде. Дөйөмләштереп әйткәндә,
Ишмөхәмәт Ғилметдин улының “халыҡ ижады һуты менән һуғарылып үҫкән бала ғына
киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө була” [Балалар фольклоры, 1996, 4-се б.] тигән
һүҙҙәренең хаҡлығын иҫбатлап, Учалы районында үҙенең телен, тамырын, халҡының
тарихын, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп, тойоп үҫкән күренекле кешеләр йәшәй, һәм был
төбәк халыҡ ижады өлгөләренә бай яҡтарҙың береһе, тип әйтергә ерлек бар.
Әҙәбиәт
Аҡ тирәк, күк тирәк / Йыйыусы И.Ғ. Ғәләүетдинов. Өфө: Башҡортостан китап
нәшриәте, 1991. 32 с. {White poplar, black poplar / Compilers I.G. Galyautdinov. Ufa: Bashkir
book publishing house, 1991.}
Балалар фольклоры / Яуаплы мөхәр. И.Ғ. Ғәләүетдинов; төҙ. И.Ғ. Ғәләүетдинов, М.Ә.
Мәмбәтов, Р.М. Ураҡсина. Өфө, 1996. 2-се китап. {Children's folklore / Under the editorship of
I.G. Galyautdinov, compilers I.G. Galyautdinov, M.A. Mambetov, R.M. Uraksina. Ufa, 1996. book
2.}
Балалар фольклоры: Бала-саҡ – уйнап-көлөп үҫер саҡ. 1 кит. / Төҙ. И. Ғәләүетдинов,
М. Мәмбәтов, Р. Ураҡсина. Өфө: Китап, 1994. 160 б. {Children's folklore: Childhood - is high
226
time to play and laugh / Compilers I.G. Galyautdinov, M.A. Mambetov, R.M. Uraksina. Ufa: Kitap,
1994. 160 p.}
Балалар фольклоры: Мөғжизәле бала саҡ – уйындарҙа һәм уйҙарҙа ҡаласаҡ / Төҙөү.
И.Ғ. Ғәләүетдинов, Р.Ураҡсина. Өфө: Китап, 1996. 176 б. {Children's folklore: Magic childhood
will remain in games and thoughts / Compited by I.G. Galyautdinov, R.M. Uraksina. Ufa: Kitap,
1996. 176 p.}
Башкирский детский фольклор / Сост. А.М. Сулейманов, И.Г. Галяутдинов. Уфа, 2011.
184 с. {Bashkir children's folklore / Compilers A.M. Suleymanov, I.G. Galyautdinov. Ufa, 2011.
184 p.}
Башҡорт халыҡ балалар уйындары / Төҙ. И. Ғәләүетдинов. Өфө: Китап, 2002. 248 б.
{Bashkir folk children's games / Compilers I.G. Galyautdinov. Ufa: Kitap, 2002. 248 p. }
Галяутдинов И.Г.: Биобиблиографический указатель / Сост. Г.Р. Илъясова,
А.Г. Салихов, Р.М. Булгаков. Уфа: Гилем, 2005. 76 с. {Bibliographic index / Compilers G.R.
Il'yasova, A.G. Salikhov, R.M. Bulgakov. Ufa: Gilem, 2005. 76 p.}
Ғәләүетдинов И.Ғ. Ҡарға бутҡаһы // Совет Башҡортостаны. 1967. 25 июнь.
{Galyautdinov I.G.
Достарыңызбен бөлісу: |