сәғәттәр бүленмәгән, дәрестәр ҡаралмаған. Шулай ҙа, уҡыусыларҙың телмәрендә төрлө
диалект хаталарҙы булдырмау йүнәлешендә эшләргә кәрәк. Был эште башҡорт теленең
«Фонетика. Графика. Орфоэпия. Орфография» бүлектәрен өйрәнеү дәрестәрендә
ойошторорға мөмкин. Телмәр культураһын формалаштырыу, уҡыусыларҙың һөйләү һәм
яҙыу телмәрен үҫтереү буйынса эш эҙмә-эҙлекле алып барылырға тейеш.
Әҙәби телдең фонетик нормаларына өйрәтеү дәрестәрендә өн менән хәрефтең
айырмаһын конкрет миҫалдар нигеҙендә аңлатыу, уҡыусыларҙың телмәре менән дикторҙың
йәки уҡытыусының телмәрен сағыштырыу, анализлау кеүек эштәргә таянырға тура килә.
Әҙәби телмәр үрнәгенә таянып, төрлө орфоэпик ҡағиҙәләр сығартыу диалект хаталар өҫтөндә
эште йәнләндереп ебәрәсәк. Һөйләүсенең телмәрендә осраған
урманнар, таңнар, һәҙер,
ҫыйыр, ҫарыҡ
һ.б. һүҙҙәрҙә
Достарыңызбен бөлісу: